Башҡортостан
-11 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Апрель , 12:30

Күпселек сәләмәт тормош яҡлы

Проектты тормошҡа ашырыу барышында “Сәләмәт муниципалитет” программаһы эшләнде..

Күпселек сәләмәт тормош яҡлы
Күпселек сәләмәт тормош яҡлы

Башҡортостанда “Демография” милли проектына  ингән ике төбәк проекты тормошҡа ашырыла. Шуларҙың береһе – граждандарҙың сәләмәт тормошҡа теләген көсәйтеү системаһын формалаштырыу. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тап ошо мәсьәлә менән шөғөлләнә лә инде.

Проектты тормошҡа ашырыу барышында “Сәләмәт муниципалитет” программаһы эшләнде. Халыҡтың буш ваҡытын, ялын үткәреү өсөн яҡшы шарттар тыуҙырыу буйынса эш башланды.  2024 йылға тиклем  һәр муниципалитет йүнәлештәр буйынса төп проблемаларҙы билдәләй. Бөгөн республикала йәмәғәтселек һаулығын нығытыу буйынса 39 муниципаль программа раҫланған. Шулай уҡ тормошҡа ашыраһы пландар әҙерләнгән. Республика йәмәғәтселек сәләмәтлеге һәм медицина иҫкәртеүе үҙәге был йәһәттән ҙур ярҙам күрһәтә. Бөгөн сәләмәт тормошто һайлаған кешеләр һаны арта. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы уларҙың тормош сифатын нығытыуға лайыҡлы өлөшөн индерергә тырыша. Насар ғәҙәттәрҙән баш тартыу, һаулығыңа һаҡсыл ҡараш, әүҙем тормош позицияһы – оҙайлы ғүмер нигеҙе.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән,   пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

 

Фото:VK.com

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас в