Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Апрель , 11:30

Йәмәғәт эштәре өсөн түләйҙәр

Эш биреүселәргә кисектермәйенсә “Рәсәйҙә эш” берҙәм һанлы платформаһында теркәлергә кәрәк.

Йәмәғәт эштәре өсөн түләйҙәр
Йәмәғәт эштәре өсөн түләйҙәр

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикабыҙға федераль ҡаҙнанан халыҡты эш менән тәьмин итеүгә 885 миллион һум бүленә. Аҡса өҫтәмә түләүле йәмәғәт эштәрен ойоштороуға, эшһеҙҙәргә эштән бушатыу хәүефе янаған кешеләргә өҫтәмә һөнәри белем алыу мөмкинлеген биргән мәғариф программаларын киңәйтеүгә йүнәлтелә. Мәғлүм булыуынса, килеме фәҡирлек сигенән түбәнерәк булған граждандар иҫәбен кәметеү, иң элек, хеҙмәт баҙарын тергеҙеүгә бәйле. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының (национальный проект “Демография”) “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” федераль проекты тап ошо маҡсатты күҙ уңында тота.

– Эш биреүселәргә кисектермәйенсә “Рәсәйҙә эш” берҙәм һанлы платформаһында теркәлергә кәрәк. Әле хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнеште кәметеүгә йүнәлтелгән дәүләт ярҙамы  саралары ғәмәлгә индерелде, – тине Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Әйткәндәй, министрлыҡ көн һайын мәшғүллек үҙәктәре аша ойошма хеҙмәткәрҙәре һанының үҙгәреүенә, тулы булмаған мәшғүллек йәки ситтән тороп эшләү тәртибенә, күҙалланған эштән бушатыуҙарға мониторинг үткәрә.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: mintrud.bashkortostan.ru/presscenter/news/442186/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/241457

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас в