Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Апрель 2022, 08:30

Күрһәткестәр 40 процентҡа арттырылып үтәлде

Бынан тыш, төбәк компетенциялар үҙәге эшмәкәрлек сифаты буйынса предприятиеларҙың юғары баһаһын (97 процент) алды.

Күрһәткестәр 40 процентҡа арттырылып үтәлде
Күрһәткестәр 40 процентҡа арттырылып үтәлде

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектының (нацпроект "Производительность труда") маҡсатлы күрһәткестәре былтырғы йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Республикаһында 40 процентҡа арттырылып үтәлде.

“Милли проектта ҡатнашыуҙа бизнестың әүҙемлеге буйынса маҡсаттарҙы беҙ 40 процентҡа үтәнек. Ҡатнашыусы предприятиелар төбәк компетенциялар үҙәге эксперттарынан һаҡсыл технологиялар ҡулланыу һәм хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә алдынғы тәжрибәләрҙе ҡулланыу буйынса квалификациялы ярҙам алды”, - тип билдәләне БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестициялар сәйәсәте министры урынбаҫары Айрат Фахретдинов.

Бынан тыш, федераль үҙәк ойошторған ирекле һорау алыу һөҙөмтәләре буйынса төбәк компетенциялар үҙәге эшмәкәрлек сифаты буйынса предприятиеларҙың юғары баһаһын (97 процент) алды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың  2018 йылдағы май указындағы  “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына ярашлы, 2024 йылға тиклем  илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йылына  биш процентҡа арттырыу ҡаралған.

Фото: strategy24.ru

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: