“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Яңауыл үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһына яңы күп функциялы “Рускан 60” ультратауыш аппараты алынды.
Ультратауыш комплексы юғары кластағы Samsung фирмаһы технологиялары нигеҙендә эшләнгән һәм Рәсәйҙә етештерелгән. Уны ҡулланыу өлкәһе киң: акушерлыҡ һәм гинекология тикшеренеүҙәре, абдоминаль тикшеренеүҙәр, маммология, урология, кардиология, ҡан тамырҙары тикшеренеүҙәре, һөлдә-мускул системаһы патологияһы диагностикаһы, нефрология һәм онкологияла тикшеренеүҙәр. Ете миллион һумлыҡ аппарат федераль средстволар иҫәбенә алынған.
–Ультратауыш диагностикаһы табиптары яңы ҡорамал менән эш барышында системаның юғары һәләтлеге, киң программа менән тәьмин ителешен билдәләне. Аппарат тикшереү барышында теүәл мәғлүмәт алыу мөмкинлеген бирә,– тине дауахананың баш табибы Тимур Мадъяров.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото:Яңауыл үҙәк район дауаханаһы