Туймазы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл апрелдән Туймазының шәхси торлаҡ биҫтәләрендә контейнерға һалынған сүп-сарҙы ғына ситкә ташыйҙар.
Коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу машиналары шәхси йорттарҙа йәшәгәндәрҙең сүп-сарын йыйып, урамдар буйлап йөрөүҙе туҡтата. 17 апрелгә тиклем, яңы эш тәртибенә күсеү осоронда, ҡалдыҡтар контейнерҙан да, тоҡсайҙарға тултырылған килеш тә алына. Ә инде 18-енән контейнерҙағы сүп-сар ғына ситкә сығарыла.
Туймазы районы хакимиәтенән белдереүҙәренсә, контейнер майҙансыҡтарына бәйле һорауҙар менән төҙөкләндереү бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Эште ойоштороуға бәйле һорауҙарҙы “Экология Т” төбәк операторына (2-44-03, 8(800)250-01-85) бирергә мөмкин.
Мәғлүм булыуынса, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыуҙың һәм урынлаштырыуҙың заманса алымдарын ғәмәлгә индереү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының (национальный проект “Экология”) маҡсаттарына тап килә.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/242387
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/242387