Рәсәй Президенты Владимир Путиндың "май" указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән "Мәҙәниәт" милли проекты (национальный проект "Культура") сиктәрендә Тәтешле районындағы Балалар сәнғәт мәктәбенең “Халыҡ музыка ҡоралдары” бүлегенә 2020 йылда Рәсәйҙә етештерелгән биш баян ("Юпитер-2", "Тула", "Юпитер-1ДНВ", "БН-42" һәм балалар өсөн ике тауышлы "Тула") һатып алынғайны. Улар төрлө йәштәге уҡыусыларға тәғәйенләнгән. Бәләкәстәр өсөн булғаны бигерәк тә һөйөнөслө. Бөгөн мәктәптә 6-7 йәштән үк баянда уйнарға өйрәнәләр.
Яңы музыка ҡоралдары йәш таланттарҙы асыуҙа һәм үҫтереүҙә ярҙам итә. Еңел һәм ҡулланыуға уңайлы баяндарҙың тауышы сағыу, моңло. “Ҡыуанысыбыҙҙың сиге юҡ. Тиҙҙән төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүе лә булырбыҙ әле”, - ти өйрәнсек һәм башланғыс класта уҡыусы балалар. Уларҙың ихлас һүҙе менән уҡытыусылары ла килешә. Киләсәктә оло сәнғәт майҙандарында баянда шыңғырҙатып уйнап көс һынашҡан йәш музыканттарҙың уңышын, ҡаҙанышын күреп, һоҡланырға яҙһын.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: https://vk.com/club181208859