Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең төҙөлөш бүлеге мәғлүмәттәренә ярашлы, 5 апрелдән ҡалала подряд ойошмаһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) нигеҙендә светофор объекттарын ҡуя башлай.
Быйыл Стәрлетамаҡтың Дуҫлыҡ, Коммунистик, Артем, Ҡаранай Моратов урамдарында, Тыныслыҡ һәм Богдан Хмельницкий, Хоҙайбирҙин һәм Дуҫлыҡ урамдары киҫелешендә, “Арбат” сауҙа үҙәге янында яңы светофорҙар ҡуйыла, иҫкеләре алмаштырыла.
Урамдарҙың киҫелешендә Г хәрефе рәүешендәге бағанаға эленгән яңы светофорҙар транспорт һәм йәйәүлеләр светофорҙарының сигналын ҡабатлай. Бындай ҡорамал юл аша сыҡҡанда водителдәрҙең дә, йәйәүлеләрҙең дә иғтибарын йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк.
Хакимиәттең төҙөлөш бүлегендә әйтеүҙәренсә, милли проект ярҙамында ҡалала юл япмаһы сифаты яҡшыра, йәйәүлелерҙең хәүефһеҙлеге тәьмин ителә.
Әйткәндәй, эш 30 июндә тамамланырға тейеш.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: sterlitamakadm.ru/news
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/241704