Башҡортостан
-14 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Апрель , 15:30

Һанлы ҡорамал үҙебеҙҙә етештерелгән

 Ҡорамалдың бер сәғәт эсендә 80-дән ашыу һүрәт эшләү мөмкинлеге бар. Өҫтәүенә сифаты яҡшы...

Һанлы ҡорамал үҙебеҙҙә етештерелгән
Һанлы ҡорамал үҙебеҙҙә етештерелгән

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу” программаһына ярашлы, Мораҡ үҙәк район дауаханаһына заманса һанлы флюорография аппараты алынды. Ул Рәсәйҙең  “С.П.ГЕЛПИК” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тарафынан етештерелгән.

– Дауахананы заманса техника менән йыһазландырыу халыҡҡа диагностика ярҙамы сифатын яҡшыртасаҡ һәм унан файҙаланыу мөмкинлеген арттырасаҡ. Шулай уҡ үпкә  һәм күкрәк ситлеге сирҙәрен асыҡлауҙа табиптарҙың “уң ҡулы” буласаҡ, - тине Мораҡ үҙәк район дауаханаһының баш табибы Наил Абдуллин.

 Ҡорамалды урынлаштырыу өсөн санитария-гигиена һәм техник талаптарға ярашлы, бинала капиталь ремонт үткәрелгән. Барыһы ла бюджеттан бүленгән аҡсаға башҡарылған.

“Яңы ҡорамалдың диагностик мөмкинлектәре ҙур, ул күберәк пациенттарҙы үткәрә ала. Бер сәғәт эсендә 80-дән ашыу һүрәт эшләү мөмкинлеге бар. Өҫтәүенә сифаты яҡшы, геометрик кәмселектәре аҙ,” – тип, ҡорамалдың өҫтөнлөктәрен баһаланы табип-рентгенолог Зөлфиә Илғыуатова.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән,   пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас в