Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Апрель 2022, 14:30

Музыка мәктәбе тиҙҙән әҙер була

Подрядсыға ҡайһы бер етешһеҙлектәрҙе төҙәтергә ҡалған.

Музыка мәктәбе тиҙҙән әҙер була
Музыка мәктәбе тиҙҙән әҙер була

Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә хакимиәт башлығы Рөстәм Ғәзизов Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проекты (национальный проект “Культура”) нигеҙендә төҙөкләндерелгән 1-се балалар музыка мәктәбендә булды.

Подряд ойошмаһы фасадты йылытыу һәм буяу эштәрен тамамлаған, ҡыйыҡты япҡан. Тышҡы эштәр тамамланып килә тиерлек. Бинала электр сымы алмаштырылған, түшәм йөҙләнгән, иҙәнгә плитка түшәлгән. Подрядсыға ҡайһы бер етешһеҙлектәрҙе төҙәтергә ҡалған.

Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы шулай уҡ 1-се гимназия корпустарын реконструкциялау барышын тикшерҙе. Объектта эш былтыр декабрҙә башланған. Подряд ойошмаһы иҫке тәҙрәләрҙе һүтеп алып, яңыларын ҡуйыу менән мәшғүл. Бина эсендә инженерлыҡ селтәрҙәрен алмаштыралар, тышҡы стеналарҙы йылыталар. Йыл аҙағына тиклем корпустар тулыһынса әҙер булырға тейеш.

Рөстәм Ғәзизов подряд ойошмалары менән аралашты, проблемалар һәм уларҙы хәл итеү юлдары тураһында фекер алышты. Яңы корпустарҙа план буйынса 700-ҙән ашыу уҡыусы белем аласаҡ. Шулай уҡ бында оҙайтылған көн төркөмдәре һәм 180 бала өсөн балалар баҡсаһы асыла, ике уҡыу корпусы, физкультура-спорт, ял зоналары, күп функциялы спорт майҙансығы, ашхана, китапхана-мәғлүмәт үҙәге, тамаша залы һәм башҡалар планлаштырылған.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: sterlitamakadm.ru/news

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/242890

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: