Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Апрель 2022, 16:30

“Сәләмәт тормошҡа бала саҡтан йәлеп итеү мөһим”

Мәктәптә “Уҡыусыны сәләмәт туҡландырыу” акцияһы ойошторолдо.

“Сәләмәт тормошҡа бала саҡтан йәлеп итеү мөһим”
“Сәләмәт тормошҡа бала саҡтан йәлеп итеү мөһим”

Ҡалтасы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Красный Холм ауылындағы 3-сө мәктәптә Сәләмәт туҡланыу аҙналығы үткәрелә.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Социаль әүҙемлек” төбәк проектына ярашлы, 8А класы әүҙемселәре “Уҡыусыны сәләмәт туҡландырыу” акцияһын ойошторҙо. Уның барышында балалар менән сәләмәт туҡланыу ҡағиҙәләре тураһында әңгәмә үткәрелде, буклеттар таратылды.

Мәғлүм булыуынса, әлеге төбәк проекты остазлыҡты үҫтереү, йәмәғәт башланғыстарына һәм проекттарына булышлыҡ итеү өсөн шарттар тыуҙырыуға, шулай уҡ балаларҙың һәм йәштәрҙең һәләтен асыҡлауға йүнәлтелә.

“Баланслы, төрлө һәм сифатлы ризыҡтар менән туҡланыу – бала сәләмәтлегенең нигеҙе. Сәләмәт тормошҡа бала саҡтан уҡ йәлеп итеү  мөһим. Ә сәләмәт туҡланыу – яҡшы белемгә юл”, – тине мәктәптәге туҡланыу технологы Валентина Ибаева.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/242594

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/242594

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас в