Был операция өҫтәле 460 килограмға тиклемге ауырлыҡты күтәрә, теләгән бер торошта хәүефһеҙлекте һәм тотороҡлоҡто тәьмин итә ала. Модулле дизайн өҫтәлде төрлө хирургия әмәлдәрен башҡарыу өсөн теләгән бер торошҡа килтерә. Нейрохирургия операцияларын башҡарыу өсөн махсус рәүештә өҫтәлде иҙән кимәленә 575 миллиметрға тиклем төшөрөргә мөмкин.
”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Онкология сирҙәре менән көрәш” төбәк проектына ярашлы алынған операция өҫтәле универсаль, электрогидравлик кәрәк-яраҡтар менән йыһазландырылған.
Юғары технологиялы заманса операция өҫтәле моделен Mindray компанияһы етештергән.
–Өҫтәл операция бүлмәһендә аҙ урынды биләй, шулай уҡ белгестәрҙең ирекле күсеп йөрөүе өсөн уңайлы, сөнки система дистанциялы идара менән эшләй. Күп функциялы операция өҫтәле онкологик сирлеләрҙе хирургик дауалау сифатын ҡырҡа яҡшыртасаҡ, – тип билдәләне республика онкология диспансерының баш табибы Адель Измайлов.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.
”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.