Саҡмағош районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының (национальный проект “Демография”) “Йәмәғәтселектең һаулығын нығытыу” федераль проектына ярашлы, Саҡмағош районында наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәшеүгә йүнәлтелгән “Ҡайҙа үлем һатыуҙары тураһында хәбәр ит” дөйөм Рәсәй акцияһының беренсе этабы үтте.
Райондың Йәштәр үҙәге белгестәре уҡыусылар һәм студенттар өсөн “Һин һайлаған юл” темаһына бер нисә класс сәғәте үткәрҙе. Сараның маҡсаты – сәләмәт тормошто пропагандалау, наркотик ҡулланыуҙың эҙемтәләре менән таныштырыу, ошондай ағыулы матдәләргә кире мөнәсәбәт тәрбиәләү. Класс сәғәтендә видеяҙма күрһәтелде, “Наркотиктарҙың зыяны тураһында нимә беләһегеҙ?” конкурс-уйыны ойошторолдо, шулай уҡ “Хәүеф зонаһы” темаһына брейн-ринг үткәрелде. Сараның аҙағында уҡыусыларҙың һаулыҡ кимәлен асыҡлау маҡсатында “Сәләмәт тормош өсөн” тигән тест булды. Ул йәштәргә сәләмәтлегендәге етешһеҙлектәрҙе асыҡларға ярҙам итте.
Әйткәндәй, “Беҙ – бергә!” ирекмәндәр хәрәкәте лә саранан ситтә ҡалманы. Уның ағзалары Саҡмағош ауылы урамдарында “Бәхетле тормошта наркотиктарға урын юҡ!” тип аталған иҫкәрмәләр таратты.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/243322