Милли проекттар
8 Апрель 2022, 07:30

Иҡтисади һөҙөмтәлелек яҡшы

Предприятиела милли проектты тормошҡа ашырыу тамамланды.

Иҡтисади һөҙөмтәлелек яҡшыИҡтисади һөҙөмтәлелек яҡшы
Иҡтисади һөҙөмтәлелек яҡшы

Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Бәләбәйҙәге “Автонормаль” заводында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектын (национальный проект “Производительность труда и поддержка занятости”) тормошҡа ашырыу тамамланды.

Предприятие киңәйтелгән ярҙамға эйә булды, йыл дауамында Федераль компетенциялар үҙәге эксперттары эшселәргә һаҡсыл етештереү алымдарын ғәмәлгә индерергә һәм ике өлгө ағымда етештереү һөҙөмтәлелеген арттырырға ярҙам итте. Был заманса машиналар эшләү предприятиеһы автомобиль сәнәғәте өсөн нығытыу әйберҙәре һәм пружиналар етештереүҙә махсуслаша.

– “БелЗАН” акционерҙар йәмғиәте предприятиеһы 2021 йылдың апрелендә милли проектҡа ҡушылды. Федераль компетенциялар үҙәге белгестәре әллә ни күпләп финанс йүнәлтмәйенсә етештереүсәнлекте арттырыуға өлгәшеү өсөн хеҙмәткәрҙәргә етештереү ғәмәлдәрен яйға һалырға ярҙам итте. Проекттың төп бурыстарының береһе – етештереү мәҙәниәтен үҙгәртеү. Ошо сараларҙы тормошҡа ашырыуҙың дөйөм иҡтисади һөҙөмтәлелеге 40 миллион һумдан ашыу тәшкил итте, – тине республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

Предприятиела хәлде яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәр ҡабул ителде, улар араһында конкурс үткәрелде. Бер төркөм номинациялар буйынса иң һөҙөмтәле тәҡдимдәрҙең авторҙарына аҡсалата премия тапшырылды.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: economy.bashkortostan.ru/presscenter/news/444328/

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас