

Башҡортостанда быйыл ике ай эсендә торлаҡ тапшырыу 1,4 тапҡырға артҡан. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект "Жилье и городская среда") милли проектының “Торлаҡ” төбәк проекты сиктәрендә 595,5 мең квадрат метр йорт файҙаланыуға тапшырылған. Март башына республикала күп фатирлы торлаҡ йорттар төҙөүгә 297 рөхсәт яҙыуы бирелгән.
Иҡтисади шарттар ҡатмарлы булыуға ҡарамаҫтан, илебеҙҙә ташламалы ипотека һаҡланып ҡалды, уны алыу шарттары ла ыңғай яҡҡа үҙгәрә. 1 апрелдән республика халҡына алты миллион һумға тиклем ипотека кредиты алырға була. Ғаилә ипотекаһын йыллыҡ 6 процент, ауыл ипотекаһын 3 процент менән алырға мөмкинлек бар.
“Был йәшәү шарттарын яҡшыртырға теләгән граждандарыбыҙға ла, төҙөлөш бизнесына ла булышлыҡ итәсәк. Хәҙер ул йылдам үҫешә, ошо йүнәлештә эште дауам итеү мөһим”, — тине Премьер-министр Михаил Мишустин, үҙгәрештәргә аңлатма биреп.
Рәсәй Хөкүмәте шулай уҡ торлаҡ һәм төҙөлөш материалдарына хаҡтарҙың үҫеүен тотҡарлау, ипотека кредиты биргән банктарға субсидия иҫәбенә төҙөлөштө дәртләндереү буйынса саралар күрә.
Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән тормошҡа ашырылған милли проект торлаҡ төҙөлөшө күләмен йылына 120 миллион квадрат метрға тиклем арттырыуҙы күҙ уңында тота. Ул саҡта төҙөлөш комплекстары үҫәсәк, граждандарҙың йәшәү шарттары тағы ла яҡшырасаҡ.
Фото: rukrediti.ru
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан