Милли проекттар
8 Апрель 2022, 12:50

Йәш ғалимдарға Президент гранттары тапшырылды

Улар үҙ башланғыстарын тормошҡа ашырыуға 600 меңдән алып миллион һумға тиклем аҡса аласаҡ. 

Йәш ғалимдарға Президент гранттары тапшырылдыЙәш ғалимдарға Президент гранттары тапшырылды
Йәш ғалимдарға Президент гранттары тапшырылды

Кисә баш федераль инспектор Алексей Касьянов эш сәфәре менән Өфө дәүләт техник университетында булды. Бында Рәсәй Федерацияһы Президенты гранттарына конкурста еңгән йәш ғалимдарҙы һәм фән докторҙарын наградлау тантанаһы үтте. Сара РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтың күрһәтмәһенә ярашлы ойошторолдо.

Быйыл конкурсҡа бөтә илдән мең ярымдан ашыу ғариза килгән. Комиссия 400 эште хуплаған.  Дәүләт ярҙамына эйә булыусылар араһында Башҡортостандан туғыҙ ғалим бар, уларҙың бишәүһе – Өфө дәүләт авиация техник университеты хеҙмәткәрҙәре.

Алексей Касьянов университет хеҙмәткәрҙәре тикшеренеүҙәр алып барған заманса ғилми лабораторияларҙың һәм үҙәктәрҙең эше менән танышты. Баш федераль инспектор уҡыу йортоноң техник йәһәттән заманса йыһазландырылыуын һәм буласаҡ авиаконструкторҙар, программалаусылар белем алған уҡыу йортоноң үҙенсәлекле мөхитен айырып билдәләне.

Гранттар алыуға конкурста 35 йәшкәсә фән кандидаттары һәм 40 йәшкә тиклемге фән докторҙары ҡатнаша. Еңеүселәргә мөрәжәғәт итеп, Алексей Касьянов уларға энтузиазм һәм ныҡышмалы хеҙмәт өсөн рәхмәт белдерҙе.

“Бөгөн илебеҙ фәненә, ғалимдарҙың перспективалы эштәренә ярҙам итеү айырым өҫтөнлөккә һәм статусҡа эйә. Һеҙҙең алдынғы идеяларығыҙ дәүләтебеҙҙе социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереүҙең күләмле бурыстарын атҡара алыр, тип ышанам. Тармаҡҡа федераль кимәлдә системалы һәм оҙайлы ярҙам итеү өсөн айырым “Фән” милли проекты (национальный проект “Наука”) булдырылған. Һәм уға ғәйәт ҙур аҡса һалына. Беҙҙең төбәктә лә фәнде үҫтереү буйынса төп проекттар эшләй. Йәш ғалимдарҙың проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса эш, һис шикһеҙ, дауам итәсәк. Беҙ талантлы йәштәргә тәүге аҙымдар яһағанда башланғыс биреүҙең ни тиклем мөһим булыуын аңлайбыҙ”, - тине баш федераль инспектор.

Башҡортостан Республикаһынан гранттар менән хупланған эштәр төрлө белем өлкәләренән. Биология фәнендә тикшеренеүҙәр өҫтөндә өс ғалим эшләй: улар – Сергей Румянцев (Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге), Татьяна Нужная (Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге), Эльвира Минһажева (Башҡорт дәүләт университеты). Өфө дәүләт авиация техник университетының дүрт хеҙмәткәре техник фәндәр өлкәһендә проекттар алып бара. Башҡорт дәүләт аграр университетынан Руслан Янбаев ауыл хужалығын өйрәнә. Бүләкләнеүселәр араһында Елена Корзникова етәкселегендәге Өфө дәүләт авиация техник университетының алдынғы ғилми мәктәбе лә бар.

Үҙ башланғыстарын тормошҡа ашырыуға йәш ғалимдар 600 меңдән алып миллион һумға тиклем аҡса аласаҡ. Баш федераль инспектор ғилми хеҙмәткәрҙәргә уңыштар теләне.

Фото: ӨДАТУ.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас