Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Апрель 2022, 10:30

Заманса светофорҙар урынлаштырыла

Башҡортостан етәкселеге лә был йүнәлешкә етди иғтибар бүлә.

Заманса светофорҙар урынлаштырыла
Заманса светофорҙар урынлаштырыла

Рәсәй Федерацияһында “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” өҫтөнлөклө милли проекты (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) уңышлы тормошҡа ашырыла. Илебеҙ Президенты Владимир Путин билдәләүенсә, милли проекттарҙың төп маҡсаты – граждандарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу, халыҡҡа йәшәйештә уңайлы шарттар тыуҙырыу. 

Башҡортостан етәкселеге лә был йүнәлешкә етди иғтибар бүлә, төрлө уй-пландар тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, быйыл Стәрлетамаҡ ҡалаһында 11 километр юлды ремонтларға уйлайҙар һәм һигеҙ урында светофорҙы яңыртасаҡтар. Был маҡсат өсөн 165 миллион һумдан ашыу аҡса бүленер тип көтөлә.

– “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектының төп маҡсаты – 2030 йылға хәтлем юл-транспорт ваҡиғаһында үлемде мөмкин хәтлем кәметеү, – тип һөйләй Башҡортостан юл һәм транспорт министры Александр Булушев. – Был тәңгәлдә уй-ниәттәр киләсәктә лә эҙмә-эҙлекле дауам итәсәк.

Шул иғтибарға лайыҡ, Башҡортостан күп милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса илебеҙҙә өлгө булып тора.

Әле Стәрлетамаҡ ҡалаһының Дуҫлыҡ урамында (2-се гимназия янында), Артем урамында (“Арбат” сауҙа үҙәге янында), шулай уҡ Коммунистик урамында, Тыныслыҡ һәм Богдан Хмельницкий урамдары киҫелешендә, Ҡаранай Моратов урамында, Хоҙайбирҙин һәм Тыныслыҡ урамдары киҫелешендә өр-яңы светофорҙар урынлаштырыласаҡ, үҙ сиратында, был урындар тиҙҙән яңы төҫ аласаҡ.   

Фото: drive2.ru

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: