Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Апрель 2022, 18:30

Белгестәр эшле булһын!

Нефтекама педагогия колледжында сығарылыш курсы студенттары өсөн “Уңышлы карьера баҫҡыстары” тип аталған түңәрәк өҫтәл үтте. 

Белгестәр эшле булһын!
Белгестәр эшле булһын!

Нефтекама педагогия колледжында сығарылыш курсы студенттары өсөн эш биреүселәр менән “Уңышлы карьера баҫҡыстары” тип аталған түңәрәк өҫтәл үткән. Осрашыуҙа “Башланғыс кластарҙа уҡытыу” белгеслеге буйынса сығарылыш төркөмдәре уҡыусылары ҡатнашҡан. Эш биреүселәр яғынан түңәрәк өҫтәлдә Нефтекама ҡалаһы мәктәптәре етәкселәре һәм вәкилдәре сығыш яһаған.

- Башланғыс кластарҙа уҡытыу – мөһим һәм яуаплы һөнәрҙәрҙең береһе, йәш быуын тап бәләкәйҙән тәрбиәләнә. Уҡытыусыларҙы киләсәкте төҙөүсе тип атарға мөмкин, сөнки уҡыусыларыбыҙҙың донъяға ҡарашы, әхлаҡи сифаттары һәм эрудицияһы уның хеҙмәтенә бәйле. Колледжда маҡсатҡа ынтылышлы студенттарға һайлаған белгеслеге буйынса белем һәм практик күнекмәләр тупларға мөмкинлек биргән бөтә шарттар ҙа булдырылған, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

Осрашыу сиктәрендә Мәғлүмәт-аналитик үҙәк директоры Елена Латипова студенттарға “Йәш педагог мәктәбе” тураһында һөйләне. Был мәктәп йәш уҡытыусыларға үҙ һөнәренә өйрәнергә ярҙам итә һәм ҡала мәктәптәрендә булған башланғыс класс уҡытыусылары вакансияларын тәҡдим итте. Педагогтар башланғыс мәктәптә үҙҙәренең һөнәри эшмәкәрлек тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Эш биреүселәр үҙ сиратында йәш белгестәргә ярҙам итеү буйынса эшмәкәрлек, хеҙмәт хаҡы, дәүләт программалары хаҡында һөйләне. Мәҫәлән, йәш педагогтарға бер тапҡыр бирелә торған дәртләндереү түләүе; урта профессиональ уҡыу йортон тамамлағандан һуң тәүге тапҡыр учреждениеға эшкә ингән педагогтарға, 3 йыл дауамында ғәмәлдә булған квалификация категорияһын алғанға тиклемге фактик йөкләмә өсөн түләүгә 0,3 күләмендәге коэффициент билдәләнде. Эш биреүселәр хеҙмәттәшлеккә әҙер, практика урындары бирергә, артабан уҡыу йортон тамамлаусыларҙы эшкә урынлаштырырға әҙер.

- Нефтекама педагогия колледжы студенттары производство практикаһында үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәтә һәм улар педагогтар сафын тулыландырыр, тип ышанабыҙ, - тип билдәләне 12-се мәктәп директорының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары Ирина Сәлмиәнова.

Йәштәрҙе һөнәри йәһәттән әҙерләүҙе, сығарылыш студенттарына эш урыны табыуҙа ярҙамлашыуҙы маҡсат итеп ҡуйған бындай саралар ил Президенты В.В. Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Фән” милли проекты (национальный проект “Наука”) ҡуйған талаптарҙы ла тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығы.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас в