Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Апрель , 12:30

Өфөлә Экологик форум уҙғарыла

Төбәктә экологик мәҙәниәтте дәртләндереүгә йүнәлтелгән ҙур сара 12-14 апрелгә билдәләнгән. 

Өфөлә Экологик форум уҙғарыла
Өфөлә Экологик форум уҙғарыла

Экологик форумды Рәсәй экология йәмғиәте һәм “Таҙа ил” ассоциацияһы ҡатнашлығында Башҡортостан Хөкүмәте, республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Башҡортостан күргәҙмә компанияһы ойоштора.

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, форумға Татарстан, Ҡырым республикаларынан, Түбәнге Новгород, Ростов, Калуга, Воронеж өлкәләренән, шулай уҡ Мәскәүҙән, Төмән өлкәһенән, Пермь крайынан 30-ҙан ашыу компания вәкилдәре киләсәк.

Форумдың эшлекле программаһын “Төбәк экологияһы. Тармаҡты үҫтереү тенденциялары” тип аталған пленар ултырыш аса. Ултырышты Рәсәй экология йәмғиәте рәйесе, "Экология" милли проектының йәмәғәт-эшлекле советы рәйесе урынбаҫары Рәшид Исмаилов алып бара.

Бынан тыш, форум барышында урман ресурстарын һаҡлауға, сәнәғәт экологияһына, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүгә, браконьерлыҡҡа ҡаршы көрәшкә, экотуризмға һәм башҡа темаларға арналған 15 тармаҡ дискуссия майҙансыҡтары һәм түңәрәк өҫтәлдәр, шулай уҡ “Сәләмәт мөхит” бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы ойошторола.

Ойоштороусылар форумдың мәғрифәтселек майҙансығы булыуын да иҫәпкә алып, йәштәр өсөн ҙур программа әҙерләгән. 13 апрель программала Йәштәр экология көнө тип билдәләнгән. Уның барышында “Башҡортостандың йәшел киләсәге” пленар сессияһы, студенттарҙың экологик проекттарын яҡлау, эко-квиз, викторина, “Ерҙе һаҡлаусылар” эко-уйыны, икенсел сеймалдан әйберҙәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Күргәҙмә майҙанында “Рәсәйҙең йәшел транспорты” интерактив майҙансығы эшләй.

Был сара - ил Президенты В.В. Путиндың май указдары тарафынан раҫланған "Экология" милли проекты (национальный проект "Экология") ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыу сараһы ла ул. 

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан 

Фото: businessbashkiria.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас в