Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Апрель 2022, 14:30

Рәсәй кимәлендә – икенсе урын

БДАУ магистранты Бөтә Рәсәй иң яҡшы ғилми эш конкурсында еңеү яуланы. 

Рәсәй кимәлендә – икенсе урын
Рәсәй кимәлендә – икенсе урын

П.А. Столыпин исемендәге Ульяновск дәүләт аграр университетында 2022 йылда Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы ҡарамағындағы юғары уҡыу йорттары студенттары, аспиранттары һәм йәш ғалимдары араһында “Агроинженерия” номинацияһы буйынса иң яҡшы ғилми эшкә Бөтә Рәсәй конкурсының икенсе этабы уҙҙы.

Унда Башҡортостан дәүләт аграр университетының беренсе курс магистранты Ирек Исламов икенсе урын алды. Ул “Технологик процесс моделе нигеҙендә иген сәскестәренең эш органының конструктив-технологик параметрҙарын әҙерләү һәм нигеҙләү” темаһына ғилми эш тәҡдим итте. Ирек Исламовтың ғилми етәксеһе – техник фәндәр кандидаты, доцент Илдар Фәрхетдинов.

Ошоноң ише конкурстар ил Презенты В.В. Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Фән” милли проекты (национальный проект “Наука”) ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: