Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Апрель 2022, 13:30

Йәш уҡытыусылар, һеҙҙең өсөн!

Гранттар алыуға конкурста ҡатнашыу өсөн документтар 22 апрелгә тиклем ҡабул ителә. 

Йәш уҡытыусылар, һеҙҙең өсөн!
Йәш уҡытыусылар, һеҙҙең өсөн!

2022 йылдың 11 апрелендә Башҡортостан Республикаһының йәш уҡытыусыларына бирелгән гранттар конкурсында ҡатнашыу өсөн документтар ҡабул итеү башлана.

Документтар 2022 йылдың 22 апреленә тиклем Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты тарафынан ҡабул ителәсәк. Адресы: Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 120-се йорт, 222-се кабинет.

Йәш уҡытыусыларға гранттар биреү буйынса конкурс Башҡортостан Республикаһы Президентының 2011 йылдың 18 июнендәге указына ярашлы булдырылған.

Һәр береһе 40 мең һум күләмендәге гранттар ике йылға бер тапҡыр конкурс нигеҙендә дәүләт һәм муниципаль дөйөм белем биреү ойошмаларының 25 иң яҡшы йәш уҡытыусыһына бирелә.

Конкурста ике йылдан биш йылға тиклем педагогик эш стажына эйә, бер фән буйынса бер ставканан кәм булмаған уҡыу йөкләмәһе булған, билдәләнгән тәртиптә аттестация үткән, Рәсәй Федерацияһы гражданы булған һәм Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә даими йәшәгән уҡытыусылар ҡатнаша ала. Элек грант алған дәғүәселәр конкурста ҡабаттан ҡатнаша алмай.

Ошоноң ише дәртләндереү саралары ил Президенты В.В. Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырырға ла булышлыҡ итә.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас в