Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
10 Апрель 2022, 12:45

15 йәшлек баланы ҡотҡарғандар

Бөйөрҙәге шеште алып ташлау өсөн бер сәғәттән аҙ ғына күберәк ваҡыт талап ителгән. 

15 йәшлек баланы ҡотҡарғандар
15 йәшлек баланы ҡотҡарғандар

Өфө хирургтары тыумыштан бөйөрөндә кәмселеге булған 15 йәшлек пациентҡа үҙенсәлекле операция яһаған. Табиптарға яңы эндоскоп ярҙамға килгән. Уны ҡулланыу операция һәм һауығыу ваҡытын бер нисә тапҡырға ҡыҫҡартырға мөмкинлек биргән.

15 йәшлек үҫмерҙең һул бөйөрөндәге шеш тыумыштан. Табиптар ҡорһаҡҡа эшләнгән өс тишек аша пациенттың эске ағзаларын яҡшы күрә. Дүрт сантиметр ҙурлығындағы шеш, хирургтар әйтеүенсә, бөйөрҙәге ҡан йөрөшөн боҙған. Өҫтәүенә ул тиҙ үҫешкән. 17-се балалар дауаханаһы табиптары кисекмәҫтән операция яһарға ҡарар итә.  

Операция өҫтәле артында торған хирургтарҙың “уң ҡулы” – яңы эндоскоп. Ул һәр ағзаны кадрҙа яҡынайтырға, алыҫайтырға йәки ракурсты алмаштырырға ярҙам итә. Тап уның булышлығында бөйөрҙәге шеште алып ташлау өсөн бер сәғәттән аҙ ғына күберәк ваҡыт талап ителгән. Иң мөһиме – операция ҡан юғалтыуһыҙ башҡарылған.  

17-се балалар дауаханаһының уроандрология бүлексәһе мөдире Айрат Насиров әйтеүенсә, “был – аҙ тишемле операция, бөтөнләй киҫемһеҙ тиерлек эшләнә. Асыҡ операция мәлендә йәрәхәт ҙур була. Был осраҡта ни бары өс тишем яһала, ауырыу йәһәтерәк һауыға.”

Ошо уҡ бүлексәлә эшләгән табип Александр Цырьяктың хеҙмәт стажы утыҙ йылға яҡын. Уның әйтеүенсә, яңы аппарат табиптарҙың мөмкинлектәрен киңәйткән. ”Беҙ хирургияла ике ысулды ҡулланабыҙ. Был юлы лапароскопик ғәмәлде файҙаландыҡ. Яңы эндоскоп ярҙамында дауаханала ошоға оҡшаш ун операция яһаныҡ. Республика күләмендә был йөҙәрләгән ҡотҡарылған ғүмер тигән һүҙ”.

Ваҡытында эшләнгән диагностиканың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Хәҙер яңы тыуған сабыйҙарҙың бөйөрҙәренә лә ультратауыш тикшереүен үткәрәләр.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото:ГТРК

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: