Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
10 Апрель 2022, 09:00

Кемдәргә субсидия бирелә?

Был хаҡта Рәсәй Хөкүмәте Ҡарарында әйтелгән.

Кемдәргә субсидия бирелә?
Кемдәргә субсидия бирелә?

Башҡортостанда төҙөүселәр 15 процетҡа тиклемге күләмдә субсидияланған ставка алыу мөмкинлегенә эйә. Тап ошо маҡсатта Рәсәй Хөкүмәте тарафынан быйыл 31 мартта 534-се ҡарар ҡабул ителгән. Был иһә Рәсәй иҡтисады үҫешенә булышлыҡ итеү буйынса беренсе сираттағы пландарҙың бер өлөшө иҫәпләнә.

- Ставканың 15 процентҡа тиклем субсидияланыуы күсемһеҙ милек баҙарында тәҡдимдәрҙең артыуына һәм төҙөлөштә ихтыяждың көйләнеүенә йүнәлтелгән, - тип белдергән республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.

Хөкүмәт сайтында аныҡланыуынса, банк йылына ставкаһы 15 проценттан артмаған кредит бирәсәк. Был осраҡта алынып бөтөлмәгән килем сығымын тәьмин итеүгә 7,5 процент ставканы ҡаплаясаҡ субсидия бүленәсәк. Был механизм ике яҡҡа ла бер юлы булышлыҡ итеү өсөн барлыҡҡа килгән: төҙөүселәр, аҡса етмәү сәбәпле, объектты төҙөп бөтмәү хәүефенән ҡотолһа, банк өсөн “насар” кредиттарҙың артыу хәүефе кәмей.

Ҡарарҙа әйтелеүенсә, яңы ҡағиҙәләр 2023 йылдың 31 декабренә тиклем рәсмиләштерелгән кредиттар өсөн ҡаралған.

Шуны билдәләргә кәрәк: процент ставкаһын субсидиялауҙың элекке тәртибенән балалар баҡсаһын, мәктәптәрҙе, поликлиникаларҙы һәм муниципаль торлаҡты төҙөү буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырған компаниялар ғына файҙалана ала ине. Әйткәндәй, ил Хөкүмәтенең был ҡарары Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда") бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Фото: БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: