Дүртөйлө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, районда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проекты (национальный проект “Экология”) буйынса эш әүҙем бара.
Ошо көндәрҙә унда биләмәләрҙе тәртипкә килтереү, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса тәүге экологик өмә үтте. Мәғлүм булыуынса, республика Хөкүмәте бындай сараларҙы 9 апрелдән 9 майға тиклем тәғәйенләгәйне. Бөтә республикала берҙәм өмәләр көнө итеп 9 һәм 23 апрель билдәләнде.
Дүртөйлө районында иһә барлыҡ ойошмалар, мәғариф учреждениелары, идарасы компаниялар үҙҙәренең ҡарамағындағы биләмәләрҙе сүп-сарҙан, ҡарҙан таҙартырға сыҡты. Өмәлә 2800-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Ир-егеттәр ҡар көрәне, һыу ағып төшә торған канализация рәшәткәләрен таҙартты, гүзәл заттар биналарҙың эсен, контейнер майҙансыҡтарын тәртипкә килтерҙе, юлдарҙы һеперҙе. Эшкә 32 берәмек техника йәлеп ителде, 11 тоннанан ашыу сүп-сар йыйып алынды.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: durtuli.bashkortostan.ru/presscenter/news/444937/
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/244152