Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Апрель 2022, 22:30

Инвестиция проекттары көрсөктән ҡурҡмай

Уларҙы тормошҡа ашырыу биш мең кешегә эш урыны булдырырға ярҙам итәсәк.

Инвестиция проекттары көрсөктән ҡурҡмай
Инвестиция проекттары көрсөктән ҡурҡмай

Республикала сәнәғәт өлкәһендә 230 миллиард һумдан ашыу суммаға 13 йыл дауамында тормошҡа ашырыласаҡ 39 өҫтөнлөклө инвестиция проекты эшләй. Улар ярҙамында, дөйөм алғанда, 5000 яңы эш урыны булдырыу планлаштырыла.

"Төбәк сәнәғәтенең маҡсатлы үҫеше өсөн һөҙөмтәле сара булып "Инвестиция сәғәте" форматындағы осрашыуҙар тора, унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә яңы инвестиция проекттары һәм уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн кәрәкле ярҙам саралары ҡарала. Ултырыштарға йәлеп ителгән инвестицияларҙың 50 проценттан ашыуы төбәктең сәнәғәтен үҫтереүгә ҡағыла", — тине Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шелдяев.

Һуңғы йыл эсендә "Инвестиция сәғәте"ндә инвестиция күләме 150 миллиард һумдан ашыу булған 99 инвестиция проекты ҡаралды, шуларҙың 31 проектына 75,4 миллиард һум күләмендә аҡса һалыныр тип планлаштырыла. Шуларҙың 12-һе өҫтөнлөклө проекттар исемлегенә ингән, уларға 32,8 миллиард һумдан ашыу аҡса һалынасаҡ.

Быйыл "ГазРесурс" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең 1,5 миллиард һум инвестиция күләме менән газ баллондары етештереү буйынса ҙур инвестиция проекты эш башлаясаҡ. Бынан тыш, улар өҫтөнлөклө ун инвестиция проектын тамамларға ниәтләй, йәмғеһе 1000-гә яҡын эш урыны булдырыласаҡ һәм 21 миллиард һумдан ашыу инвестиция һалынасаҡ. Бер нисәүһен атап үтәйек:

— "Газпром ТГС Технологиялар" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең шыйыҡландырылған тәбиғи газ сығарыу һәм ебәреү комплексын төҙөү проекты, инвестиция күләме 1,4 миллиард һум тәшкил итә;

— "Салауатбыяла" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең инвестиция күләме өс миллиард һумдан ашыу булған яҫы быяла етештереү ҡеүәттәрен төҙөкләндереү һәм техник йәһәттән йыһазландырыу буйынса проект;

— дүрт миллиард һумдан ашыу инвестиция һалынған икенсел полимерҙы эшкәртеү технологияһын ҡулланып, ғәмәлдәге ПЭТ етештереүсәнлеген сәғәтенә дүрт тоннаға тиклем арттырыу буйынса "ПОЛИЭФ" йәмғиәте проекты.

Фото һәм текст сығанағы: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: