Рәсәй кимәлендәге “Һин уйында” спорт проекттары конкурсының икенсе миҙгеле аҙағына яҡынлашты. Сарала ҡатнашыусылар эксперт советына үҙ проекттарын уңышлы тәҡдим итте һәм һөҙөмтәләр буйынса конкурс номинацияларында еңеүселәр һайлап алынды. Конкурс “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекты сиктәрендә Рәсәйҙең Спорт министрлығы булышлығында “Милли өҫтөнлөктәр” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы тарафынан уҙғарыла. Белеүебеҙсә, был милли проект ил Президенты В.В. Путиндың май указдары тарафынан раҫланған.
“Быйыл “Һин уйында” конкурсына Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән дүрт меңдән ашыу ғариза килгән. Был уҙған йылға ҡарағанда ике тапҡырға тиерлек күберәк. Исемлеккә 200-ҙән ашыу ҡатнашыусы ингән.
Ҡатнашыусылар проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашырыу өсөн тупланған тәжрибәне мотлаҡ файҙаланыр һәм 2030 йылға рәсәйҙәрҙе спорт һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә даими йәлеп итеү маҡсатына ҙур өлөш индерер тип ышанам”, - тине Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко.
“Һин уйында” конкурсының икенсе миҙгелендә Рәсәйҙең 85 төбәгенән 4027 проект ҡатнашҡан. Шуларҙан бойондороҡһоҙ эксперттар конкурс исемлегенә 250 проектты һайлап алған, һуңынан исемлектең 26 ҡатнашыусыһы билдәләнгән. 6-7 апрелдә проект авторҙары эксперт советы алдында үҙҙәренең башланғыстарын яҡланы. Сығыштар йомғаҡтары буйынса конкурстың төп номинацияларында еңеүселәр билдәләнде. Улар үҙ проекттарын үҫтереүгә 300 мең һум күләмендә грант аласаҡ, ә гран-при яулаусы– бер миллион һум.
Гран-приға Силәбе өлкәһенән “МЕТРОШКА” балалар йорт футболы фестивале лайыҡ булды. Башҡортостандан “Малидак” спорт фестивале “Масштаб” номинацияһында еңеү яуланы.
“Масштаб” номинацияһына ил күләмендә тормошҡа ашырылған йәки эшмәкәрлеге 500-ҙән ашыу ҡатнашыусыны үҙ эсенә алған федераль кимәлдәге проекттар инә. Башҡортостандан “Малидак” спорт фестивале спортҡа тотош ғаиләләрҙе йәлеп итергә ярҙам итә. 2022 йылдың авгусында проект сиктәрендә Рәсәйҙән һәм башҡа илдәрҙән өс мең ҡатнашыусыға иҫәпләнгән фестиваль уҙғарыу күҙаллана. Ойоштороусылар башланғыс кимәлдән профессиональ кимәлгә тиклем спортсылар өсөн 10 мауыҡтырғыс йүгереү трассаһы әҙерләгән.
Бынан тыш, фестивалдә скандинавса йөрөү буйынса төбәк-ара ярыштар ойошторола, ә йәш ҡатнашыусыларҙы (2-14 йәш) финишта приздар көтә. Ойоштороусылар спортты һәм башҡорт милли эсемлегенә һөйөүҙе берләштергән “Ҡымыҙ саҡрымы” тип аталған ярыш та әҙерләгән. Ғаилә фестивалендә ҡунаҡтарҙы күңелле уйындар, конкурстар һәм оҫталыҡ дәрестәре, концерт программаһы, шулай уҡ алдынғы спортсыларҙан лекторий көтә. “Беҙ ярҙамығыҙ, шулай уҡ конкурста алған баһалап бөткөһөҙ белем һәм тәжрибә өсөн рәхмәт әйтәбеҙ”, - тип билдәләй проект авторы Дарья Струговец.
Физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнеү кешеләрҙең һаулығын һаҡлауға һәм нығытыуға туранан-тура йоғонто яһай.
Фото: “Башинформ”.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан