Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 15 апрелдән 30 майға тиклем тәү сиртатта төҙөкләндерелергә тейешле объекттарҙы һайлап алыу буйынса икенсе Бөтә Рәсәй онлайн-тауыш биреү ойошторола. Баш ҡалала 2023 йылда яңыртылыуға дәғүә иткән объекттарға Ҡариҙелдең яр буйы, Башҡортостан урмансылары паркы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизия скверы, “Орион” балалар һәм үҫмерҙәр ижады һарайы” скверы, Аксаков исемендәге баҡса, Альбанов исемендәге сквер, Баландин бульвары һәм башҡалар инә.
Мәғлүм булыуынса, был онлайн тауыш биреү сараһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проектына ярашлы уҙғарыла. Унда теләге булған һәр кеше ҡатнаша ала.
Бының өсөн za.gorodsreda.ru платформаһында, Дәүләт хеҙмәттәре порталы, кеҫә телефоны йәки “Ирекмән” ҡушымтаһы аша теркәлергә кәрәк. Бынан тыш, онлайн-тауыш биреүгә булышлыҡ итеү өсөн төбәктәрҙә ирекмән штабтары төҙөлгән. Унда ҡушылыу өсөн DOBRO.RU https://dobro.ru/event/10137969 порталында теркәлеү шарт.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: ufacity.info/press/news/456290.html
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/244154