Рәсәй Федерацияһында “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) уңышлы бойомға ашырыла. Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин билдәләүенсә, милли проекттарҙың һәммәһенең дә төп маҡсаты – граждандарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу, халыҡҡа йәшәйештә уңайлы шарттар тыуҙырыу.
Башҡортостан етәкселеге лә был йүнәлешкә етди иғтибар бүлә. Шул ҡыуаныслы, беҙҙә төп иғтибар юлдар торошона йүнәлтелә. 2022 йылдың мартынан юл хужалығы эшселәре ике мең квадрат метрҙан ашыу юл ҡатламын тәртипкә килтергән. Юлдарҙың боҙолоуы көндәрҙең ҡапыл йылытыуына йәки һыуытына туранан-тура бәйле. Бынан тыш, ҡайһы бер юлдан тәүлегенә 90 мең тирәһе автомобиль үтә, был – бик күп. Һәм юлдарҙа соҡор-саҡырҙар барлыҡҡа килтерә. Юлды тәртипкә килтереү көн дә бара.
Төп эштәр М-5 “Урал” федераль трассаһында дауам итә. Мәҫәлән, һуңғы айҙа юл хужалығы эшселәре 1932 мең квадрат метр майҙанда эш башҡарған. Белгестәр айырыуса Туймазы районының Ҡандра ҡасабаһы һәм Октябрьский ҡалаһы янында юлдарҙы рәтләй. Ә инде май айы башланыуға Яңы Һыуыҡҡул һәм Ҡандра ауылдары тирәһендәге юл участкаһына капиталь ремонт үткәреләсәк. Шулай уҡ М-7 “Волга”, Р-240 “Өфө – Ырымбур” трассаһында ла юлдар ремонтланасаҡ.
“Приуралье” юл идаралығы водителдәрҙе юлдарҙа һаҡ булырға саҡыра.
Фото: “Приуралье” юл идаралығы
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан