Быйыл был өлкәлә грант ярҙамына 230,2 миллион һум аҡса бүленәсәк.
Ғаилә хужалығын үҫтереүгә бирелгән грант крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына һәм айырым эшҡыуарҙарға — 30 миллион һум тәшкил итә, йәки проекттың дөйөм хаҡының 60 процентын тәьмин итә.
Ғаризалар 12 апрелдән 25 апрелгә тиклем Өфө, Пушкин урамы, 106-сы йорт адресы буйынса, ял көндәренән тыш 9.00 сәғәттән алып 18.00 сәғәткә тиклем ҡабул ителәсәк. Мәғлүмәт өсөн телефон: 8 (347) 218-05-64; 8 (347) 218-05-26.
Тулыраҡ мәғлүмәт менән түбәндәге һылтанма буйынса танышырға мөмкин: https://agriculture.bashkortostan.ru/documents/active/409720/
Һүрәттә: Асҡын районынан Ғилемшиндар ғаиләһе. Улар һөт эшкәртеү заводына грант алып, ике йыл эсендә эшкәртеүҙе яйға һалып, бик уңышлы эшләп киләләр.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.