Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Апрель 2022, 15:45

Баҡалыла чемпион менән зарядка яһайҙар

Дияш мәктәбендә зарядканы халыҡ-ара класлы спорт мастеры Илдар Муллағәлиев үткәрҙе.

Баҡалыла чемпион менән зарядка яһайҙар
Баҡалыла чемпион менән зарядка яһайҙар

Баҡалы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә Бөтә донъя сәләмәтлек көнө һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проекты (национальный проект “Демография”) нигеҙендә Баҡалы районы мәктәптәрендә “Чемпион менән зарядка” акцияһы уҙғарыла.

Мәҫәлән, Дияш мәктәбендә зарядканы пауэрлифтинг буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры Илдар Муллағәлиев, ә Баҡалының 2-се урта мәктәбендә күп тапҡыр Башҡортостан призеры булған гер спорты буйынса спорт мастерлығына кандидат Ирек Фәрүәзов үткәрҙе.

“Физик күнекмәләрҙең организмға тәьҫире баһалап бөткөһөҙ, уларҙы бер генә дарыу ҙа алмаштыра алмай. Шуға күрә барығыҙҙы ла зарядка яһарға саҡырам. Әйткәндәй, иртәнге зарядканы бер ҡасан да ташламайым, сөнки ул организмға уянырға ярҙам итә, әүҙемлекте арттыра”, – тине старт алдынан Илдар Фаил улы.

Зарядканан һуң “Беҙҙең заман” йәштәр үҙәге белгестәре  балалар өсөн спорт ярыштары ойошторҙо.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: bakaly.bashkortostan.ru/presscenter/news/445556/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/244838

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: