Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Апрель 2022, 09:30

Баш табип ҡорамалды юғары баһаланы

Һанлы технологиялар табиптарҙың эшен еңеләйтәсәк...

Баш табип ҡорамалды юғары баһаланы
Баш табип ҡорамалды юғары баһаланы

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Онкология сирҙәре менән көрәш” төбәк программаһына ярашлы,  республика клиник онкология диспансеры яңы рентген аппараты алды.

Ул медицинала рент геноскопик һәм рентгенографик тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн тәғәйенләнгән, шулай уҡ рентген контроле аҫтында интервенцион процедуралар яһау өсөн файҙаланыла.  Ҡорамал пациентҡа  нурланыш көсөргәнешен кәметәсәк. Һауа ярҙамында һыуытыу системаһы булыуы аппаратты оҙаҡ файҙаланырға ярҙам итә.

–Яңы рентген ҡорамалы ярҙамында өҙлөкһөҙ рәүештә рентгеноскопия  һәм импульс-скопия  тикшеренеүҙәрен үткәрергә мөмкин. Тулы кәүҙәле пациенттарға тикшереү үткәргәндә, ҡатмарлы проекциялар  барышында рентгеноскопия үлсәмдәрен автоматик рәүештә көйләү мөмкинлеге бар. Һанлы технологиялар табиптарҙың эшен еңеләйтәсәк, – тине онкология диспансерының баш табибы Адель Измайлов.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: