“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге медик-санитар ярҙамын яңыртыу программаһына ярашлы, Ишембай үҙәк район дауаханаһына яңы күп функциялы “Рускан 60” ультратауыш аппараты алынды.
Ул урта кластағы ышаныслы һәм тәьҫирлелеге юғары, тиҙ диагностика үткәреү һәләтенә эйә ҡорамал. Һүрәттәре аныҡ, файҙаланыуҙа бик уңайлы, ти табиптар. Өҫтәүенә уны ҡулланыу өлкәһе киң: акушерлыҡ һәм гинекология, маммология, урология, кардиология, онкология...
Аппарат ете миллион һум тора. “Ультратауыш диагностикаһы табиптары яңы ҡорамал менән эшләү өсөн инструктаж үтте. Киңәйтелгән программа менән тәьмин ителгән аппарат тикшереү барышында теүәлерәк мәғлүмәт алырға ярҙам итәсәк,” – тине дауахананың баш табибы Валерий Шапочкин.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.