Асҡын районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына (национальный проект “Культура”) ярашлы, район мәҙәниәт йортонда “Еңеү салюты” халыҡ ижады фестиваленең тәүге концерты булды. Унда ҡатнашҡандарҙы район хакимиәте башлығы Динис Йосопов сәләмләне.
– “Еңеү салюты” илебеҙ халҡының хәрби батырлығын һәм хеҙмәт ҡаһарманлығын йәнә бер тапҡыр хәтергә төшөрөүгә йүнәлтелә. Ҙур Еңеүгә асҡындар ҙа тос өлөш индерҙе. Районыбыҙҙан 6645 кеше фронтҡа киткән, шуларҙың 4269-ы яу яланынан әйләнеп ҡайтмаған, – тине ул.
Концертта район мәғариф бүлегенең, “Тирмән” балалар ижады үҙәге, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе, “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексы, колледж коллективтары сығыш яһаны. Фестиваль 106 артисты – йырсыларҙы, бейеүселәрҙе, ансамблдәрҙе берләштерҙе. Абруйлы жюри 12 сығышты баһаланы. Сәхнәнән һуғыш һәм тыныслыҡ, һөйөү һәм тоғролоҡ, һуғышта һәм хеҙмәт фронтында халҡыбыҙ күрһәткән батырлыҡтар тураһында йырҙар яңғыраны.
Мәғлүм булыуынса, апрелдә фестивалдә райондан 21 ойошма ҡатнаша. Иң яҡшы сығыштар Еңеү көнөнә арналған гала-концертҡа үтә. Киләһе концерт 15 апрелдә була.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/244022
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/244022