Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектының “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты буйынса урындарҙа үҙ эшен асҡан йүнселдәргә ҙур иғтибар бүленә.
Башҡортостанда ағымдағы йылдың март айында Һөнәрселек коворкинг-үҙәгендә күндән әйберҙәр етештереү буйынса ун оҫтаны өйрәткәндәр. Белем биреү “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы, Өфөләге "Киләсәк фабрикаһы" инновацион эшҡыуарлыҡ Йортондағы Һөнәрселек коворкинг-үҙәгендә үткән.
- Һөнәрселек коворкингы эшҡыуарлыҡтың милли проектының граждандарға ярҙам итеүҙең бер формаһы. Теләгән һәр кем бында яңы һөнәргә өйрәнә һәм киләсәктә уны бизнесҡа әүерелдерә ала, - тип билдәләне Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов.
Һөнәрселек коворкинг-үҙәктә белем алыу өсөн бар шарттар тыуҙырылған: махсус оҫтаханала ҡорамалдар һәм инструменттар бар. Күндән әйберҙәр эшләү курстарын тәжрибәле бизнес-тренер Азамат Юлдашбаев алып бара. Ул шулай уҡ республикала күн әйберҙәрҙең "Мосафир" брендын булдырған йүнселдәрҙең береһе. Азамат Рәмил улы үҙенең өйрәнсектәре менән күн әйберҙәрҙе нисек эшләү, күнде нисек ҡулланыу буйынса үҙ белеме менән генә бүлешмәгән, ә эшләгән әйберҙәреңде хендмейдта нисек тәҡдим итергә кеүек һорауҙарға ла бик теләп яуап биргән. Эшҡыуарлыҡҡа оҙон юл үтеп килгән йүнсел үҙенең яратҡан шөғөлөн ысын бизнесҡа әүерелдергән тәжрибәле оҫталарҙың береһе лә.
- Заман һөнәрсеһе - бөгөн иҫке алъяпҡыс бәйләп, ҡараңғы подвалда ултырып, ҡулдан нимәлер эшләмәй. Ул креатив индустрия вәкилдәренең береһе. Ул шулай уҡ бөгөнгө замандың һанлы технологияларын яҡшы белә, уның иҡтисади баҙары - бар донъя икәнлегенә яҡшы төшөнә. ТикТокта ғына беҙҙең 1 млн. ашыу яҙылыусыларыбыҙ бар, һәр роликты яҡынса донъяның төрлө илдәренән 40 миллиондан ашыу кеше ҡарай. Әлеге иҡтисади баҫым булған осорҙа ла "Мосафир" бренды юғалып ҡалманы. Беҙ тиҙ арала социаль селтәрҙең "Бәйләнештә"ге, Телеграм, Яндекс Дзен платформаһына күстек, үҙебеҙҙең сайтты булдырҙыҡ. Өлгәшелгәндәр менән туҡтап ҡалмаясаҡбыҙ һәм ҙур теләк менән үҙебеҙҙең тәжрибә менән уртаҡлашабыҙ, - ти Азамат Юлдашбаев.
Һөнәрселек коворкингы - дәүләт ярҙамының сағыштырмаса яңы төрө. Ул 2020 йылда "Киләсәк фабрикаһы" инновацион эшҡыуарлыҡ йортонда барлыҡҡа килгән. Һөнәрселек оҫтаханаһында этник биҙәүестәр, аксессуарҙар, тәбиғи күндән, металдан, ағастан һәм башҡа материалдарҙан төрлө сувенирҙар эшләйҙәр, милли кейем тегәләр. 20 кешегә яңы эш урындары булдырылған, сауҙа нөктәләре бар. Шулай уҡ бында оҫталыҡ дәрестәре, семинарҙар үткәреү өсөн махсус зоналар булдырылған.
Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектына ярашлы атҡарыла. Билдәле булыуынса, был милли проект биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.
Фото һәм текст сығанағы: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
#сделановРоссии #сделановБашкортостане #знайнаших #покупайнаше#нацпроектыБашкортостан