Туймазы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 14 апрелдә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проекты (национальный проект “Демография”) нигеҙендә тормошҡа ашырылған “Айыҡ ауыл” республика конкурсына ярашлы Ҡандракүл ауылында Берҙәм ғаилә консультациялары көнө уҙғарыла. Белгестәр кешеләрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирә. Сарала ғаиләнең юридик һәләтһеҙ ағзаларына опека билдәләү, социаль килешеү нигеҙендә адреслы социаль ярҙам алыу, халыҡ мәшғүллеге үҙәктәре тәҡдим иткән вакансиялар, яңы һөнәр алыу, эскелек йәки наркотиктар йоғонтоһона бирелгән кешеләргә ярҙам итеү, ғаиләлә көс ҡулланыуҙан ҡотолоу тураһындағы һорауҙарға яуап табырға мөмкин. Юристар, психологтар, опека һәм мәғариф бүлектәре вәкилдәре, “Ғаилә” үҙәге, халыҡ мәшғүллеге хеҙмәте белгестәре квалификациялы һәм юридик ярҙам тәҡдим итә.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: tuimazy.bashkortostan.ru/
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/245422