Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Апрель 2022, 08:30

Автомобиль пациенттарға ярҙамға килә

"Район ойошмалары һәм учреждениелары  был йәһәттән һәр саҡ табиптарға ярҙам итте. Бының өсөн уларға ҙур рәхмәт!"

Автомобиль пациенттарға ярҙамға килә
Автомобиль пациенттарға ярҙамға килә

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһына ярашлы, Балтас үҙәк район дауаханаһына “LADA Largus” автомобиле алынды.

Яңы автомобиль табиптарҙы пациенттарға кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтеү өсөн файҙаланыласаҡ. ”Ауырыуҙарға кисектергеһеҙ ярҙам күрһәткәндә беҙ йыш ҡына машиналар етмәүе менән осрашабыҙ. Райондың ойошмалары һәм учреждениелары  был йәһәттән һәр саҡ табиптарға ярҙам итте. Бының өсөн уларға ҙур рәхмәт! Яңы автомобиль беҙҙең күп проблемаларҙы хәл итәсәк, беҙ хәҙер  медицина ярҙамын сифатлыраҡ, йәһәтерәк күрһәтә аласаҡбыҙ. Транспорт ауыр сирлеләрҙе дауаханаға  илтеү  өсөн яраҡлаштырылған,” – тине табип-терапевт Диләрә Гәрәева.

 Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: