Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Апрель 2022, 18:30

Башҡортостан – тәүге ун төбәк иҫәбендә

Республика “ауыл ипотекаһы” һәм ипотека буйынса бурысы булған күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеү программалары буйынса алдынғылар рәтендә.

Башҡортостан – тәүге ун төбәк иҫәбендә
Башҡортостан – тәүге ун төбәк иҫәбендә

Былтыр Башҡортостанда торлаҡты ипотекаға биреү кредитын рәсмиләштереүселәр һаны йылдам артҡан.

Торлаҡты ипотекаға биреү буйынса дөйөм суммаһы 159,2 миллиард һум (был, 2020 менән сағыштырғанда, 25,5 процентҡа күберәк) тәшкил иткән 68,2 мең кредит (110,1 процент) бирелгән.

"Торлаҡты ипотекаға биреү кредиты буйынса төбәк баҙарының уңышлы үҫешенә “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальынй проект “Жилье и городская среда”) нигеҙендә түбәндәге ипотекаға булышлыҡ итеү дәүләт программалары этәргес көс булды: яңы төҙөлөшкә ташламалы ипотека, “ғаилә ипотекаһы”, “ауыл ипотекаһы”, күп балалы ғаиләләргә ипотека буйынса бурысты ҡаплау буйынса субсидия түләүҙәре программалары", - тип белдерҙе республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.

Былтыр торлаҡты ипотекаға биреү кредиттары күләме буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында – икенсе, Рәсәйҙә һигеҙенсе урынды биләгән.

2021 йылда республикала яңы төҙөлөштә ташламалы ипотека буйынса 17,2 миллиард һумлыҡ 7462 кредит рәсмиләштерелгән. Был – кредит биреү күләме буйынса Рәсәйҙә - икенсе, Волга буйы федераль округында - 11-се урын). Былтыр шулай уҡ “ғаилә ипотекаһы” буйынса 7,8 миллиард һумлыҡ 3171 кредит бирелгән (Рәсәйҙә - 10-сы, Волга буйы федераль округында икенсе урын).

Бер үк ваҡытта Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында “ауыл ипотекаһы” һәм ипотека буйынса бурысы булған күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеү программалары буйынса алдынғылар рәтендә. 2021 йылда “ауыл ипотекаһы” буйынса 5,9 миллиард һумлыҡ (2020 йыл менән сағыштырғанда, 12,0 процентҡа күберәк) 3003 кредит (7,0  процент) бирелгән. Былтыр республикалағы 5646 ғаилә (2020 йылда – 164,0 процент) ипотека буйынса бурысты ҡаплау өсөн 2,5 миллиард һумлыҡ субсидия алған. Был күрһәткес буйынса республика Рәсәйҙә - дүртенсе, Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй.

Фото: Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы.

 #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: