Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Апрель 2022, 12:30

“Үҙебеҙҙең ҡорамалда эшләйәсәкбеҙ”

  Диагностика табибы Татьяна Татышева яңы ҡорамалды юғары баһаланы

“Үҙебеҙҙең  ҡорамалда эшләйәсәкбеҙ”
“Үҙебеҙҙең ҡорамалда эшләйәсәкбеҙ”

Баҡалы үҙәк район дауаханаһына яңы күп функциялы “Рускан 60” ультратауыш ҡорамалы килтерелде. Аппарат “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһына ярашлы алынды.

“Рускан 60” ультратауыш диагностика  системаһы үҙебеҙҙең илдә етештерелә. Иң алдынғы инструменттар менән йыһазландырылған. Уны бәлиғ булмағандарға һәм өлкәндәргә диспансерлаштырыу үткәргәндә файҙаланасаҡтар.

–Ул сифатлы, ышаныслы һәм тәьҫирле ҡорамал,  һүрәттәре аныҡ, ҡулланыуҙа уңайлы, – тип яңы ҡорамалды юғары баһаланы диагностика табибы Татьяна Татышева. - Үҙебеҙҙең ҡорамалда эшләйәсәкбеҙ!

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.  

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: