Башҡортостан
-11 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Апрель 2022, 14:55

“Экология Т” төбәк операторы – Экология форумында

Күргәҙмәлә сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексының бәләкәй күсермәһен дә күрергә мөмкин.

“Экология Т” төбәк операторы – Экология форумында
“Экология Т” төбәк операторы – Экология форумында

Туймазы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төбәк операторы – “Экология Т” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 12 – 14 апрелдә Өфөлә уҙғарылған Экология форумында, “Экология һәм Технологиялар” мухсус күргәҙмәһендә ҡатнаша.

“Экология Т” йәмғиәте стендында фандомат – пластик шешәләрҙе һәм алюмин банкаларҙы әйбергә алмаштырыусы махсус автомат ҡуйылған. Мәғлүм булыуынса, ошондай биш фандомат Бәләбәй ҡалаһында ҡуйылды. Киләһе ете фандоматты Октябрьский ҡалаһында ҡуйыу күҙаллана. Был автоматтарҙа бүләкләү системаһы Ecoplatform бонус программаһына тоташтырылған. Унда тапшырылған һәм шешә йәки банка өсөн кешегә 10 EcoБонус бирелә.

Шулай уҡ форумда ҡатнашыусылар Туймазы ҡалаһындағы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар полигонында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектына (национальный проект “Экология”) ярашлы төҙөлгән сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексының бәләкәй күсермәһен ҡарай ала. Әле комплексты сафҡа индереүгә әҙерлек һәм персонал һайлау эше бара. Объектты ғәмәлгә индереү һөҙөмтәһендә Туймазыла 50-нән ашыу яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк, полигонды файҙаланыу ваҡыты артасаҡ.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/245445

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/245445

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас в