Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Апрель 2022, 14:15

Урмандарҙы һаҡларға һәм тергеҙергә!

Ағымдағы янғын хәүефе миҙгелендә Рәсәйҙең бөтә федераль округтарында аномаль эҫе һәм ҡоро һауа шарттары көтөлә. Ағымдағы айҙа – апрелдә, һауа торошо янғындар сығыуға һәм таралыуға булышлыҡ итәсәк.

Урмандарҙы һаҡларға һәм тергеҙергә!
Урмандарҙы һаҡларға һәм тергеҙергә!

Метеохеҙмәттәр һәм ИСДМ-Рослесхозы мәғлүмәттәре буйынса, ағымдағы янғын хәүефе миҙгелендә Рәсәйҙең бөтә федераль округтарында аномаль эҫе һәм ҡоро һауа шарттары көтөлә. Ағымдағы айҙа – апрелдә, һауа торошо янғындар сығыуға һәм таралыуға булышлыҡ итәсәк.

Янғын хәүефе осоро башланыр алдынан, ҡар ҡатламы иреүе тураһындағы мәғлүмәттәрҙе иҫәпкә алып, Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығы 9 һәм 10 апрелдә дәүләт урман фонды биләмәләренә быйылғы йылда тәүге тапҡыр осоштар ойошторҙо.

1567 километр оҙонлоҡтағы маршруттар Башҡортостан Республикаһының көнсығыш һәм көньяҡ-көнсығыш өлөшөн үҙ эсенә алды.

– Таулы урындарҙа: Бөрйән, Йылайыр, өлөшләтә Белорет һәм Учалы райондарында ҡар ҡатламы өҫтөнлөк итә. Тигеҙлектә ҡар бөткән тиерлек, – тип хәбәр итте республиканың Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәгенең летчик-күҙәтеүсеһе Урал Риянов.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығы Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проекты сиктәрендә “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектының маҡсатлы күрһәткестәренән сығып урман фондында янғын сығыуҙарҙы булдырмау һәм тәбиғи янғындарҙан зыянды кәметеү буйынса эш алып бара.

Милли проекттың ошо уҡ программаһына ярашлы, министрлыҡ хеҙмәткәрҙәренең төп маҡсаты урмандарҙы янғындан һаҡлау ғына түгел, ә урманды тергеҙеү һәм тулыландырыу ҙа. Был йәһәттән даими һәм системалы эш алып барыла.

Проекттың төп маҡсаты – 2024 йылға урмандарҙың кәмеү һәм тулыланыу балансын 100 процент нисбәтендә тәьмин итеү.

Мәҫәлән, быйыл Башҡортостан Республикаһында 14,6 мең гектар майҙанда ағас ултыртыу күҙаллана. Шуларҙан 6,1 мең гектар майҙанда урман культуралары ултыртыла, 8,1 мең гектарҙа урман тәбиғи тулылана, ә 400 гектар ерҙә был эштәр ҡатнаш алып барыла.

– Башҡортостан урмансылары 25,7 мең гектар майҙанда урман культураларын агротехник хәстәрләү, 5,1 мең гектар ерҙә урман культураларын тулыландырыу менән шөғөлләнәсәк, – тине республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: prezentacii.org

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: