

Иглин районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” төбәк проекты сиктәрендә Иглин районында йылдан-йыл йәмәғәт киңлектәре төҙөкләндерелә. 2023 йылда яңыртыу өсөн ике биләмә тәҡдим ителә. Тәүгеһе – Иглиндағы “Ҡояшлы” паркындағы балалар һәм спорт майҙансыҡтарын төҙөкләндереү. Проект балаларҙың сәләмәт тормошҡа ҡыҙыҡһыныуын арттырыуға йүнәлтелә. Эш барышында биләмәне зоналарға бүлеү, уйын һәм спорт ҡорамалдарын ҡуйыу, йәшелләндереү күҙаллана.
Икенсе объект – Рәми Ғарипов урамындағы аллея. Проектта халыҡтың ялы, спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыу, шулай уҡ мәктәпкә, балалар баҡсаһына йәйәүлеләр өсөн юл һалыуҙы күҙ уңында тота. Аллеяның биләмәһе бер нисә территориаль зонаға бүленә.
15 апрелдән 30 майға тиклем 2023 йылға биләмәләрҙе һайлау буйынса тауыш биреү ойошторола. Теләгән һәр кеше https://02.gorodsreda.ru/ сайтында үҙе теләгән объект өсөн тауыш бирә ала.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: iglino.bashkortostan.ru/presscenter/news/445077/
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/246031