Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Апрель , 16:15

Сәләмәт тештәр – һаулыҡ нигеҙе

Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһының теш табибы Миләүшә Нуруллина балаларға тештәрҙе нисек тәрбиәләү тураһында һөйләне...

Сәләмәт тештәр – һаулыҡ нигеҙе
Сәләмәт тештәр – һаулыҡ нигеҙе

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, былтыр Мәсәғүттәге лицейҙа стоматология кабинеты асылғайны. Апрель башында Бөтә донъя ауыҙ ҡыуышлығы сәләмәтлеге  көнөнә арнап, лицейҙа тештәрҙе таҙартыу  гигиенаһына һәм кариесты иҫкәртеү буйынса дәрестәр үтте. 

Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһының теш табибы Миләүшә Нуруллина балаларға тештәрҙе нисек тәрбиәләү тураһында һөйләне.  Ғүмер дауамында йылмайып йәшәр өсөн төп ҡағиҙә – ауыҙ ҡыуышлығы гигиенаһы ҡағиҙәләрен күҙәтеү. Уҡыусылар тештәрҙең төҙөлөшө, уларҙы нисек яҡшыраҡ тәрбиәләү тураһында тулы мәғлүмәт алды. Ни тиклем яҡшыраҡ тәрбиәләйһең, шунса һаулығың да нығыраҡ буласаҡ.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

 

Фото: Fb.ru.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас в