Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Апрель 2022, 12:50

Музыка ҡоралдары алып ҡыуандылар

Сентябрь аҙағына тиклем мәктәпкә концерт баяндары тапшырыу көтөлә.

Музыка ҡоралдары алып ҡыуандылар
Музыка ҡоралдары алып ҡыуандылар

Яңауыл районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына (национальный проект “Культура”) ярашлы, балалар сәнғәт мәктәбе музыка ҡоралдары, ҡорамалдары һәм уҡыу әсбаптары һатып алған балалар сәнғәт мәктәптәре һәм һөнәри белем биреү ойошмалары исемлегенә инде.

Әле сәнғәт мәктәбенә ҡорамалдарҙың тәүге партияһы килгән. Улар иҫәбендә – көршәк яһау түңәрәге, ҡул менән идара ителгән офортлы станок, линогравюра өсөн йыйылма һәм линолеум. Теоретик күнекмәләр һәм сәнғәт тарихы дәрестәре өсөн мультимедиалы ҡорамалдар (интерактив комплект - проектор, ике интерактив таҡта һәм концерт залы өсөн экран менән проектор) һатып алынған.

Был проект снигеҙендә халыҡ ҡоралдары оркестры уйын ҡоралдары - бәләкәй думбыра, альт думбыраһы, альт балалайкаһы, контрабас балалайкаһы яңыртылған.

– Яңы музыка ҡорамалдары уҡыусыларыбыҙға башҡарыу оҫталығын байытырға, һынлы сәнғәтте үҫтерергә ярҙам итә, – тине балалар сәнғәт мәктәбе директоры Ильяс Тимершин.

Сентябрь аҙағына тиклем мәктәпкә концерт баяндары, аккордеондар, фортепиано һәм уҡыу әсбаптары тапшырыу көтөлә.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/246643

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/246643

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: