Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһына Японияла етештерелгән ике яңы видеогастроскоп килтерелде. Юғары технологиялы медицина ҡорамалы “Һаулыҡ һаҡлау” проектының һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһына ярашлы алынған. Уның өҫтөнлөгө шунда: эске ағзаларҙы тикшереүҙе шунда уҡ экранда күрергә мөмкин. Ҡорамал фотоларҙы эшләп, мәғлүмәтте Республика мәғлүмәт-аналитика системаһында һаҡларға мөмкинлек бирә.
– Тикшереүҙең был төрө патология үҫешен динамикала күҙәтергә, видеороликтарҙы сағыштырырға, теүәл диагноз ҡуйырға ярҙам итә. Процедура пациенттар өсөн ауыр булмаясаҡ, сөнки гастроскоп элеккеләренән һығылмалыраҡ. Ашҡаҙан-эсәк юлын тикшереү диспансерлаштырыуҙа ҡатнашҡан өлкәндәрҙең айырым категориялары өсөн дә үткәреләсәк, – ти табип-эндоскопист Рәмил Шаһийәнов.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.
Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.