Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Апрель 2022, 11:20

Портал йәнә бер хеҙмәт менән тулыланды

Был хеҙмәтте Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы күрһәтә.

Портал йәнә бер хеҙмәт менән тулыланды
Портал йәнә бер хеҙмәт менән тулыланды

БР Дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда юридик һәм физик берәмектәргә уңайлыҡтарҙы арттырыу маҡсатында дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе электрон тәртипкә күсереү йәһәтенән әүҙем эш дауам итә.

Дәүләт хеҙмәттәре порталы күсемһеҙ милек объекттарын кадастр исемлегенән төшөрөү (исемлеккә индереү) буйынса йәнә бер дәүләт хеҙмәте менән тулыландырылды. Был хеҙмәтте административ регламентҡа ярашлы Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы күрһәтә. Ошонда уҡ тикшереү актының күсермәһен алырға йәки күсемһеҙ милекте тикшереүҙе рәсмиләштерергә мөмкин.

– Хеҙмәттән файҙаланыу өсөн Дәүләт хеҙмәттәре порталында раҫланған иҫәп яҙмаһы кәрәк. Дәүләт хеҙмәттәренән электрон тәртиптә файҙаланыу барлыҡ ғәмәлдәрҙе ябайлаштырыу, ваҡытты сарыфламау мөмкинлеген бирә, – тине дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министры урынбаҫары Динар Шәрәфетдинов.

Дәүләт хеҙмәттәрен электрон форматҡа күсереү, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һанлы иҡтисад” милли проектына (национальный проект “Цифровая экономика”) ярашлы, дәүләт идараһын һанлаштырыу принциптарының береһен тәшкил итә.

 #ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: it.bashkortostan.ru/presscenter/news/446571/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/246438

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: