

Сибай ҡалаһынан Андрей Сергеевич һәм Юлия Константиновна Подшибякиндар ғаиләһенә йәм өҫтәп Лев исемле улдары тыуған. 6 йәшлек өлкән улдары Артем ағай булыуына һөйөнә.
Лев 4 апрелдә яҡты донъяға ауаз һалған, сабыйҙың ауырлығы 4 килограмм, буйы - 57 сантиметр. Бәхетле ғаиләгә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Андрей Назаров исеменән иҫтәлекле бүләк тапшырылған.
- Бер-береһенә терәк булып үҫһен улдарыбыҙ, - тип йылмая бәхетле ата-әсә. - Ҡыҙ артынан да киләсәкбеҙ әле.
Халыҡ һанын тотороҡландырыу һәм 2025 йылға уны 145 миллион кешегә тиклем арттырыу өсөн шарттар булдырыу – Рәсәй демография сәйәсәтенең һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының (национальный проект “Демография”) маҡсаттарының береһе.
Фото: Гөлдәр Ҡадаева.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан