

“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән һәм Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың “2030 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһы үҫешенең стратегик бурыстары һәм милли маҡсаттары тураһындағы” Указы положениеһын тормошҡа ашырыу маҡсатында башҡарыла. Милли проектҡа барлыҡ ил тиерлек йәлеп ителә, унда Мәскәү һәм Санкт-Петербургтан тыш Рәсәйҙең 84 төбәге һәм 105 ҡалаһы ҡатнаша.
Милли проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостанда 2022 йылда билдәле туристик урындарға юлдарҙы яҡшыртыу буйынса күләмле эш дауам итәсәк. Барлығы 24 километр юл күҙ уңында тотола, бының өсөн 503 миллиондан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк.
- “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты эшләп килгән өс йыл ваҡыт эсендә ул эске туризм үҫешенә ҙур өлөш индерҙе. Күп кенә туристик объекттарға барыу мөмкинлеге киңәйҙе, был хәҙер тиҙерәк һәм уңайлыраҡ була. Төбәктәрҙә иҫтәлекле урындарға илтеүсе 800-ҙән ашыу урам-юл селтәрҙәре объекттарының торошо яҡшыртылды. Ә уларҙың дөйөм оҙонлоғо дүрт мең километрҙан ашыу, - ти Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Марат Хөснуллин.
Быйыл да был эш дауам итәсәк. Милли проект буйынса саралар планына урамдарҙың һәм трассаларҙың 345 участкаһы ингән.
- Төбәктәрҙә эске туризмдың иҡтисадты үҫтереүҙең һөҙөмтәле сараларының береһенә әүерелеүе мөмкин. Шуға ла юл хеҙмәткәрҙәренең туристик объекттарға уңайлы һәм хәүефһеҙ юл һалыуы мөһим. Йыл аҙағына тиклем туризм урындарына илтеүсе йәнә 1,7 мең километр оҙонлоғонда юл ремонтларға ниәтләйбеҙ, - ти Федераль юл агентлығы етәксеһе Роман Новиков.
Мәҫәлән, Башҡортостанда киләһе юл миҙгелендә “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Благовещен – Павловка юлында бер юлы ике участканы төҙөкләндереү планлаштырыла. Әйткәндәй, был маршрут төбәктә йәшәүселәрҙә һәм ҡунаҡтарҙа ҙур һорау менән файҙалана. Сөнки ул Павловка һыуһаҡлағысына илтә. Унда ял базалары, шифахана, балалар һауыҡтырыу лагерҙары ла эшләй.
Өфө районында Уптин ауылы һәм “Йоматау” шифаханаһы араһындағы юлды яңыртыу күҙаллана, ремонтлау объектының оҙонлоғо дүрт километр самаһы.
Ә бына Стәрлетамаҡ ҡалаһында Имай Насыри урамында (Ҡара диңгеҙ урамынан Октябрь проспектынаса), Фестиваль урамында (Кочетов урамынан Социалистик урамына тиклем) юлдар төҙөкләнәсәк. Тап ошо урындар халыҡтың күп йөрөгән ерҙәре һәм бында ҡала, республика, халыҡ-ара кимәлендәге саралар уҙғарылып килгән “Сода” мәҙәниәт һарайы һәм ҡала мәҙәниәт һарайы урынлашҡан. Шулай уҡ тимер юлы вокзалы эргәһендәге Вокзал урамының 21-се һәм 23-сө йорттар эргәһе лә ремонтланасаҡ.
Өфөнөң күп туристик объекттары урынлашҡан тарихи үҙәгендә лә бер нисә участка төҙөкләндерелеүе күҙаллана. Һүҙ Чернышевский һәм Коммунистик урамдары тураһында бара. Тап улар Желтоуховтар йорто, Демидов тирмәне, Платоновтар йорто, Миҙхәт Шакиров исемендәге парк кеүек иҫтәлекле урындарға илтә.
- Туристик урындарға юлдарҙы ремонтлау, төҙөү төбәкте үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлеше булып тора. Беҙ уны былтыр уҡ башланыҡ һәм туҡталырға уйламайбыҙ, киләһе йылда ла был эш дауам ителәсәк. Беҙҙең өсөн Башҡортостан Республикаһы халҡының, ҡунаҡтарының үҙҙәре яратҡан урындарға уңайлы, хәүефһеҙ барып етеүе мөһим, - тине Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев.
фото: avtoproekt-ufa.ru
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан