Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Апрель 2022, 08:30

Кем нығыраҡ һөйөнгән?

Дөрөҫ диагностика – һауығыуға илтеүсе юлдың яртыһы.

Кем нығыраҡ һөйөнгән?
Кем нығыраҡ һөйөнгән?

Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында ультратауыш диагностикаһы бүлексәһендәге ҡорамал яңыртылды. Быға кем нығыраҡ шатланғандыр, әйтеүе ҡыйын. Ҡорамал табиптарҙың мөмкинлеген арттыра, ә пациенттар үҙҙәренең һорауҙарына тулы яуап ала. Әсә балаһының йөҙөн ҡарында көйө күреү йәки магнит-резонанс тикшереүен ультратауыш аппараты менән алыштырыу мөмкинлегенә эйә.

Хәҙерге заман технологиялары әсәләрҙең күҙ йәштәрен түктереүгә килтереүе лә ихтимал. Тәүге тапҡыр сабыйыңды күргәндә нисек тулҡынланмаҫҡа мөмкин? Яңы ҡорамалдың төп өҫтөнлөгө – тәрәндәрәк ятҡан бәләкәй генә тайпылыштарҙы ла күреү мөмкинлеге. Аппарат компьютер томографын, магнит-резонанс томографын һәм бауыр биопсияһын алыштыра ала. Пункция алғанда, тикшереү өсөн биоматериал алыу кәрәк булғанда ультратауыш ҡорамалы ярҙамға килә. Табиптар диагнозды иртә стадияла ҡуя аласаҡ. Ә дөрөҫ диагностика – һауығыуға илтеүсе юлдың яртыһы.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡ араһында булған, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: