“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге медик-санитар ярҙам системаһын үҫтереү программаһына ярашлы, Мәсәғүт дауаханаһының диагностика бүлексәһенә яңы күп функциялы “Рускан” ультратауыш ҡорамалы алынды. Эксперт класындағы универсаль ультратауыш-сканер тикшеренеүҙәр сифатын яҡшырта.
"Яңы медицина ҡорамалы матди ҡиммәт кенә түгел, ә ауырыуҙарҙы һауыҡтырыуҙа табиптарҙың алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы", – ти дауахананың баш табибы Валерий Трофимов.
“Рускан 60” аппаратын файҙаланыу өлкәһе киң: акушерлыҡ һәм гинекология, абдоминаль тикшеренеүҙәр һәм маммология, урология, эхокардиография, нефрология, онкология һәм башҡалар. Ультратауыш диагностикаһы табиптары яңы ҡорамал менән эшләү буйынса инструктаж үткән. Файҙаланыуҙа ябай, әммә мөмкинлектәре киң, тип баһалай уны белгестәр. “Ышаныслы аппарат, һүрәттәрҙең юғары сифатлы булыуын тәьмин итә”, – тип билдәләй табип Ирина Колташова.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. "Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡ араһында үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан