Илебеҙҙә етештерелгән запчастар урман өсөн тәғәйенләнгән махсус техникалағы импорт деталдәрҙе алмаштырасаҡ. Тимәк, урман янғындарын һүндереү һәм урман хужалығы техникаһын алыуға, ремонтлауға бәйле тотҡарлыҡ хәүефе юҡ: "Импортҡа алмаш биржаһы" онлайн-сервисында Рәсәйҙә етештерелгән запчастар бар.
2022 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән тормошҡа ашырылған "Экология" милли проектының (национальный проект “Экология”) "Урмандарҙы һаҡлау" федераль проектына ярашлы, төбәктәргә урман янғындарын һүндереү һәм урман хужалығы техникаһы һатып алыу өсөн федераль бюджеттан 2,4 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән.
"Сит илдә етештерелгән тауарҙарҙы алыуҙа тотҡарлыҡтарҙы, бәғзе сит дәүләттәр тарафынан янаған санкция баҫымын күҙ уңында тотоп, беҙ заказсыларға "Импортҡа алмаш биржаһы" онлайн-ресурсында урынлаштырылған, тыуған илебеҙҙә етештерелгән комплект частарына күсеү мөмкинлеген файҙаланырға кәңәш итәбеҙ", - тип билдәләй Федераль урман хужалығы агентлығы етәксеһе урынбаҫары Вячеслав Спиренков. Был онлайн майҙансыҡта илебеҙҙә етештерелгән техника һәм комплектлау частары буйынса тәҡдимдәр ҡуйылған һәм исемлек даими тулыландырыла.
Илебеҙ сәнәғәтенә ярҙам итеү өсөн тәғәйенләнгән сервис заказсыларға - кәрәкле тауарҙар, ә етештереүселәргә яңы сауҙа мөмкинлектәре табырға ярҙам итә.
Фото: forest.bashkortostan.ru
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан