Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Апрель 2022, 16:00

Снежана фатирлы булды

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ғаиләгә бөтә уңайлыҡтары булған яңы фатирҙа бәхетле йәшәүҙәрен теләне.

Снежана фатирлы булды
Снежана фатирлы булды

Ошо көндәрҙә Хәйбулла районы хакимиәтендә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проектына ярашлы, районда етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған Снежана Мартыноваға фатир асҡысы тапшырылды.

Уны район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов тапшырып, Снежанаға һәм уның ғаиләһенә бөтә уңайлыҡтары булған яңы фатирҙа бәхетле йәшәүҙәрен теләне.

Снежана - йәш әсә, ире менән ике йәшлек ҡыҙ үҫтерәләр. Әйткәндәй, ул көҙ көнө Исмәғил Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжына уҡырға инергә теләй. Иң мөһиме - үҙ фатирыбыҙ булды, ошоға тиклем ҡуртымға алынған торлаҡта йәшәргә тура килде, ти ул.

Был эштәрҙең барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итәсәк.

Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайты.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Карима Усманова
Читайте нас в